СӘЙЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 231 кеше; 1989 — 267; 2002 — 341 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Дуҫлыҡ” Колхозы» АХПК‑нда эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға 20 б. 50‑се йй. Заготскот базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. — хәҙ. статуста.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика