СӘЙҒӘФӘР, К о м с о м о л, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 28 км һәм Сибай т. юл ст. 69 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 28 кеше; 1959 – 184; 1989 – 597; 2002 – 663; 2010 – 630 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. элекке йорт старшинаһы Сәйет‑Йәғәфәр Баййегетов утары урынында 46‑сы Баймаҡ йылҡысылыҡ з‑дының Комсомол участкаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. алып Комсомол бүлексәһе а. булараҡ иҫәпкә алына, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика