СӘҒИТОВ Сәйфулла Төхфәтулла улы [1893, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Оло Үтәш а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1957, шунда уҡ], шағир-импровизатор. 1907—10 йй. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙҙең Һарт‑Наурыҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, һуңынан тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1914 й. ҡаты ауырыу сәбәпле күреү һәләтен юғалта. Ике мулланы хәйләләп еңгән наҙан крәҫтиән т‑дағы “Өс аусы” әкиәте, инсафлыҡ һәм тәкәбберлек т‑дағы “Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк” мәҫәле, “Совет баҡсаһы”, “Колхоз” шиғырҙары авторы, улар “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. С. әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Сәйфулла сәсән //Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика