СЕРМӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Сермән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Сермән т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 973 кеше; 1920 – 1425; 1939 – 1425; 1959 – 1590; 1989 – 1863; 2002 – 1857 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Урал” производство крәҫтиән союзында, Сермән урман участкаһында эшләй. Сермән урта мәктәбе, Сермән балалар йорто, балалар музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Хәтирә” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, З.Ғ.Исмәғилев музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

    Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Таһир исеме м‑н нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Шулай уҡ Аҡкөсөк (улус старшинаһы Аҡкөсөк Таһиров исеменән), Көсөк исемдәре м‑н билдәле булған. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 62 йортта 405 кеше йәшәгән, 1866 й. 153 йортта – 839 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне теркәлгән. С. — 6‑сы башҡорт кантонының үҙәге булған (1855 й. ҡарата). 1930—50 йй. Үрге Сермән, Урта Сермән, Түб. Сермән аа. булараҡ иҫәпкә алынған, улар һуңынан бергә Түб. Сермән исеме м‑н бергә теркәлә. 1981 й. хәҙ. исемен йөрөтә. И.Х.Абыҙбаев, Ш.М.Дауытов, Исмәғилев, А.Ә.Мулдашев, Э.Р.Мулдашев, М.С.Муллағәләмов, М.Х.Харрасов, З.Ф.Хисмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика