СЕРЕБРЕННИКОВ Борис Александрович (21.2.1915, Архангел губ. Холмогоры а. — 1989, Мәскәү), тел белгесе. СССР ФА акад. (1984), филол. ф. д‑ры (1956), проф. (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү яңы телдәр ин‑тында уҡыған (1931—33), Тарих, филос. һәм әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1940). 1948 й. алып МДУ‑ла эшләй; 1950 й. — СССР ФА‑ның Тел ғилеме ин‑тында (Мәскәү) дир. урынбаҫары, 1960—64 йй. директор. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки теленең, фин-уғыр телдәренең грамматикаһына, сағыштырма‑тарихи һәм дөйөм тел ғилеме мәсьәләләренә һ.б. арналған. “Башҡорт теле һәм уның диалекттары өндәренең ике төрлө серле үҙгәреше тураһында” (1959) мәҡәләһендә башҡорт теле фонетикаһының ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәренә анализ бирелгән; “Башҡорт теленең венгр теле менән бәйләнеше тураһында” (“К вопросу о связи башкирского языка с венгерским”; 1963) хеҙмәтендә башҡ. теле һәм венгр теле тартынҡыларының тарихи үҫешендәге оҡшаш һыҙаттары асыҡланған. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Вероятностные обоснования в компаративистике. М., 1974; Роль человеческого фактора в языке: Язык и мышление. М., 1988.

 Т.М.Ғарипов, С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика