СЕРГИОПОЛЬ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Сергиополь а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 248; 1989 — 314; 2002 — 396; 2010 — 362 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында немецтар тарафынан Сергиополь утары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 16 йорт иҫәпләнгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика