СЕРГЕЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Авдон т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 68 кеше; 1920 — 231; 1939 — 358; 1959 — 627; 1989 — 357; 2002 — 347; 2010 — 490 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1867 й. Өфө өйәҙендә күскенселәр нигеҙ һалған. 1896 й. 12 йортта 73 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. Оло һәм Кесе Сергеевка аа. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика