“АШҠАҘАР”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (Баймаҡ р‑ны) Абдрахман Дәүләтовтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Йырҙың барлыҡҡа килеүе т‑дағы легенда Ғ.Туҡайҙың халыҡ ижады хаҡындағы лекцияһында (“Халыҡ әҙәбиәте”, 1910; татар телендә) килтерелә. “А.” йырының Ғүмәр ахун яҙып алған легенда вариантын һәм йыр тексын М.Ә.Буранғолов 1915 й. “Шура” ж. (№13) баҫтыра. Артабанғы йылдарҙа Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов йырҙың һәм легенданың бер нисә вариантын яҙып алып нәшер итә. Йыр лирик‑драматик характерҙа, башҡ. музыка фольклорының иң популяр әҫәрҙәренең береһе булып тора. Йырҙы һунарға китеп фажиғәле һәләк булған һунарсы Йомағолдоң кәләше уны юҡһынып сығарған. Көйөнә киң диапазон, талғын темп, бай биҙәкле һуҙып көйләүҙәр, моңдоң эҙмә-эҙлекле үҫешеүе хас. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова, Ә.С.Шайморатова, Р.Әхмәҙиева һ.б. Йырҙы тауыш һәм фп. өсөн Х.Ш.Заимов, Р.Ә.Мортазин, симфоник оркестр өсөн К.Й.Рәхимов эшкәртә. 1941 й. А.А.Эйхенвальд йыр сюжетына ш. уҡ исемле опера ижад итә.

Әҙәб.: Песни моего народа=Халҡым йыры= Songs of my folk. Уфа, 1995.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке