СЕРГЕЕВА Лариса Александровна (19.9.1947, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005), проф. (2009). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теле материалында баһалау семантикаһы һәм дискурс һорауҙарына, урыҫ теленең функциональ грамматикаһын төҙөү мәсьәләләренә, славян телдәрен уҡытыуҙың лингвокультурологик аспекттарына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Проблемы оценочной семантики. М., 2003; Антропосфера дискурса. Уфа, 2007 (авторҙ.); Художественный текст: функционально-коммуникативный аспект исследования. М., 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.