СЕМИРЕЧЬЕ, Дәүләтҡол, Күгәрсен р‑нындағы утар, Күгәрсен а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Күгәрсен й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 285 кеше; 1920 – 392; 1939 – 332, 1959 – 191; 1989 – 108; 2002 – 107; 2010 – 90 кеше. Сыуаштар йәшәй. Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

    Утарға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә сыуаштар Дәүләтҡол утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 35 йортта 243 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. алып 2‑се Дәүләтҡол булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика