СЕЛТӘРҠАНАТЛЫЛАР (Neuroptera), бөжәктәр отряды. Бер нисә тиҫтә ғаиләһе, яҡынса 5 мең төрө билдәле; Башҡортостанда — 15 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 0,2—2 см, оҙонса, йәшел йәки көрән төҫтә. Башы хәрәкәтсән, овал фасеткалы, ҡайһы бер төрҙәре ш. уҡ ябай күҙле. Мыйыҡтары еп рәүешле, күп быуынлы, тараҡ, суҡмар йәки баш формаһында. Ауыҙ аппараты кимереүсе. Ҡорһағы цилиндр формаһында, ҡайһы бер төрҙәрҙең инә заттарында — йомортҡа һалғысы бар. Ҡанаттары үтә күренмәле (ҡайһы берҙә ҡара йәки төрлө төҫтәге таптар м‑н), күп һанлы арҡыры һәм буй һеңерсәләр, ҡыҫҡа төк йәки тәңкәләр м‑н ҡапланған; тынлыҡ хәлендә яҫы. Аяҡтары ҡыҫҡа, нәҙек, йүгереүсән, 5 быуынтыҡлы, бөгөлгән тырнаҡлы. Үҫеше тулы әүерелешле. Оҙонса овал йәки һабаҡ һымаҡ формалағы, төрлө төҫтәге йомортҡаларын берәмләп йәки төркөмләп субстратҡа һала. Ҡарышлауыҡтары орсоҡ рәүешле, ауыҙ аппараты сәнсеүсе‑һурыусы, оҙонса улаҡлы, яңаҡтары үҫешкән һәм табышты тишеү, һурып алыр өсөн хеҙмәт итә, аш һеңдереүе тышҡы; ҡорһаҡ сегменттарында айғолаҡтары бар, ҡуҙыла ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары ирекле. Респ. шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары йәки ҡурсаҡтары ҡышлай. Башлыса эңерҙә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары төрлө бөжәктәр, ш. уҡ болоттар, бүздәктәр һ.б. умыртҡаһыҙҙар, оло заттар — сәскәләрҙең таты һәм һеркәһе м‑н туҡлана, ҡайһы бер төрҙәре — йыртҡыстар. Үҫемлектәрҙә йәшәй, урмандарҙа, далала, болондарҙа осрай. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә. Йөклө күбәләк БР‑ҙыңҠыҙыл китабына индерелгән. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика