СЕЛӘҮСЕНДӘР, е р с е л ә ү с е н д ә р е (Lumbricidae), аҙ төклө селәүсендәр ғаиләһе. 1500 төрө билдәле, БР‑ҙа 8 затҡа ҡараған 14 төрө (һоро аллолобофора; ҙур С.; ваҡ ҡыҙыл С., һигеҙ ҡырлы дендробена; урал эйзенияһы һ.б.) бар. Кәүҙә оҙонлоғо 4—30 см. Төҫө һорғолт-алһыуҙан алып миләүшә‑ҡыҙылға тиклем. Кәүҙәһе хәрәкәт иткәндә терәк булып хеҙмәт иткән 8‑ҙән алып бер нисә тиҫтәгә тиклем төгө булған сегменттарға бүленгән, кибеүҙән һәм механик зарарланыуҙан һаҡлаусы лайла м‑н ҡапланған. С. ҡан тамырҙары системаһы (ҡаны ҡыҙыл төҫтә, составында гемоглобин бар) йомоҡ. Тиреһе аша тын ала. Регенерация һәләте яҡшы үҫешкән. Гермафродиттар. Эсендә йомортҡа һәм сперматозоидтар булған ҡурсаҡ көбөн ер аҫтына һала. Йомортҡаларҙың аталаныуы һәм үҫеше ҡурсаҡ көбө эсендә бара. 2—4 аҙнанан ҡурсаҡ көбө эсенән йәш селәүсендәр сыға, улар 3— 4 ай эсендә оло селәүсенгә тиклем үҫә. Ҡышын анабиоз хәленә күсә. Төнгө йәшәү рәүеше алып бара, көндөҙ ер өҫтөнә көслө ямғырҙан һуң ғына сыға. Үҫемлек ҡалдыҡтары, серетмә һ.б. м‑н туҡлана. С. тупраҡта, һирәгерәк тиреҫтә (ваҡ ҡыҙыл С.) йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Тупраҡты йомшартып, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә, үҫемлек ҡалдыҡтарының тарҡалыуын тиҙләтеп, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә. Сусҡаларҙың үпкә гельминттарының һәм ҡоштарҙың ҡайһы бер паразиттарының ваҡытлы хужалары булып тора.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика