СЕБЕНДӘР, ы с ы н с е б е н д ә р (Muscidae), ике ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 5 төрө бар, ҡашҡа себен, өй С. йыш осрай. Кәүҙәһе 2—15 мм оҙонлоҡта. Төҫө ҡара һоро, ҡорһағы һарғылт, 4 һәм унан күберәк сегменттан тора. Башы күкрәгенә хәрәкәтсән итеп тоташҡан. Мыйыҡтары ҡыҫҡа. Ҡашҡа себендең ауыҙ аппараты сәнсеүсе-һурыусы, өй С. — ялаусы. Аяғы йәбештергестәре һәм ике тырнағы булған 5 быуынтыҡлы тәпәйҙән тора. Ҡанаты үтә күренмәле, һеңерсәле. Йомортҡалары аҡ йәки һарғылт төҫтә, оҙонса йәки йомро формала, үҙе туҡланған субстратҡа һала. Балағорттары аҡ төҫтә, селәүсен һымаҡ, ғәҙәттә алғы осо тарайған, үҫемлектәрҙең туҡымаларында, тамырҙарында, һабаҡтарында, тарҡалған үҫемлек ҡалдыҡтарында, тиреҫтә үҫешә. Субстратта ҡурсаҡлана. Ҡурсағы пупарий эсендә. БР шарттарында бер миҙгел эсендә 1—3 быуын үҫә. Оло себендәр ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. С. балағорттары — хайуан мәйеттәре, тиреҫ, фекалий, оло С. үҫемлектәрҙең һуты, серегән ҡалдыҡтары, ташландыҡтар, хайуандарҙың тиҙәге һәм кеше аҙығының ҡалдыҡтары м‑н туҡлана; улар араһында йыртҡыстар һәм ҡан һурғыстар бар. Торама пункттарҙа, кеше торлаҡтарында йәшәй. Кеше һәм хайуан ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы тарата (түләмә, дизентерия, трипаносомоздар, туляремия, ваба һ.б.), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова


 

 

 

 

Яндекс.Метрика