САХАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 956 кеше; 1920 — 1386; 1939 — 1711; 1959 — 1266; 1989 — 1317; 2002 — 1390; 2010 — 1615 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бишауыл- Табын улусы башҡорттары Саҡай исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1706 й. алып билдәле. 1734 й., 1758 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 78 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 65 йортта — 332 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, Ағиҙел й. 2 пристань теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Н.К.Ляпина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика