АШҠАҘАР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 133 км алыҫлыҡта Асҡараҙы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 118 кеше; 1959 — 191; 1989 — 150; 2002 — 169; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Һабыр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1928—30 йй. Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Ҡәрйән, Ултраҡ, Утарбай аа. кешеләре нигеҙ һала. Ф.М.Солтанова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Д.К.Үзбәков