САУҘАГӘРҘӘР, башлыса сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ м‑н шөғөлләнгән соц. ҡатлам. С. барлыҡҡа килеүе һәм ойошоуы ҡалалар һәм өлкә-ара эске сауҙа үҫешенә бәйле. Рәсәйҙә 10 б. алып билдәле, 1775 й. Манифест һәм 1785 й. Ҡалаларға жалованный грамота м‑н закон йәһәтенән нығытылған, шәхси һәм хужалыҡ итеү өҫтөнлөктәренән (йән башына һалымдан, рекрут йөкләмәһенән һәм тән язаһынан азат ителеү) файҙаланған, ҡаҙнаға һалым түләргә бурыслы ҡаланың сауҙа һәм сәнәғәт ҡатламы. 18 б. башына тиклем С. “ҡунаҡтар” берлегенә, буҫтау һәм ҡунаҡ сотняларының сауҙа кешеләренә, 18 б. 20‑се йй. алып гильдияларға (мөлкәт цензы б‑са) берләшкән. Крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң, С. буржуазияның бер өлөшө булып киткән. Тәүге Рәсәй С. Башҡортостанда 16 б. өсөнсө сирегендә күренә башлай. 18 б. 2‑се ярт. Ырымбурға (ҡара: “Ырымбур ҡалаһына өҫтөнлөк”) һәм Ырымбур сикһыҙығының башҡа ҡалаларына сауҙа өҫтөнлөктәре бирелгәс, улар иҫәбе күбәйә. Башҡортостанда электән үк сауҙа Рәсәй, Азия (Бохара һәм Хиуа), ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ сауҙагәрҙәре йоғонтоһонда булып, капиталдың сит тарафтарға ағыуына килтергән. Сит ил сауҙагәрҙәре м‑н сауҙа итеүҙә Ырымбур алыш-биреш йорто һәм Троицк алыш-биреш йорто ҙур әһәмиәткә эйә булған, унда тауарҙар алмашҡандан һуң каруандар Азияға (ҡара: Каруан сауҙа юлдары) юлланған. Башҡортостанда С. ҡатламы башлыса крәҫтиәндәр (урындағы һ.б. губерналарҙыҡы), мещандар, ситтән килгән сауҙагәрҙәр, һирәкләп дворяндар, казактар, отставкалағы һалдаттарҙан формалашҡан. Сауҙагәрҙәр Манаевтар, Палатиндар, Почтевтар, Строгановтар, Стукалкиндар, Чижовтар һ.б. крәҫтиәндәр араһынан сыҡҡан. 19 б. аҙ. эре сауҙагәр нәҫелдәре: Блохиндар, Гәрәевтар, Деевтар, Зарывновтар, Йәһүҙиндәр, Подвинцевтар, Подьячевтар, Рәмиевтәр, Тарасовтар, Үтәмешевтәр, Яуышевтар һ.б. Ырымбур ҡ. мануфактура, туҡыма, тире һ.б. м‑н сауҙагәрҙәрҙән Х.Т.Тенишев, Ә.Ғ.Хөсәйенов; Орск ҡ. — А.Ш.Бурнаев; Өфөлә — С.С.Ғөбәйҙуллин, М.Ә.Хәкимов; Стәрлетамаҡта — К.Баязитов, Г.Усманов һ.б. шөғөлләнгән. 1865 й. Өфө губ. С. ҡатламына 4167 кеше, Ырымбур губ. — 4436 кеше ингән. Урындағы С. капиталы бөтә Уралдағы С. капиталының 28%‑ын тәшкил иткән. 19 б. аҙ. Ырымбур губ. — 1745, Өфө губ. 2059 сауҙа йорто иҫәпләнгән. А.Кинипеев, Рафиҡовтар, Рәхимовтар, Рәхмәтуллиндар, Ураевтар, М.Фәйзуллин һ.б. эре сауҙа йорттары тотҡан. С. ҡатламы сәйәси, дини һәм мәҙәни тормошта ҙур урын тотҡан: улар араһынан ҡала үҙидараһы органдары башлыҡтары (1785 й. алып), ҡала башлыҡтары (1824 й. алып) һайланған, ҡала башҡармалары ойошторолған (1870 й. алып) һ.б. Сауҙагәрҙәр ҡала сауҙа йәмғиәттәренә берләшкән. 20 б. башында Өфө губ. Бөрө һәм Өфө сауҙагәрҙәр йәмғиәте булып, уларҙың төп эшмәкәрлеге хәйриәгә ҡайтып ҡалған. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑тың 1917 й. 10 нояб. “Ҡатламдарҙы һәм гражданлыҡ чиндарын бөтөрөү тураһында”ғы декретҡа ярашлы, С. ҡатлам статусынан мәхрүм ителә.

Әҙәб.: Самородов Д.П. Утверждение капитализма в торговле дореволюционной Башкирии. Вторая половина XIX — XX вв. Стерлитамак, 1999.

О.С.Павлова, Д.П.Самородов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика