САТИРА (лат. satira — ҡатышма, төрлө нәмә), ысынбарлыҡтағы боҙоҡ күренештәрҙе фашлап һәм көлөп сағылдырыу алымы; комиклыҡтың төрө: һүрәтләнеүсене уның эске булдыҡһыҙлығын, тәбиғәтенә йәки тәғәйенләнешенә тап килмәүен асып һалып юҡҡа сығарғансы көлөү. С. субъективлығы ижадсының әхлағы һәм фашланған предмет араһында үтеп булмаҫлыҡ сик булыуын күрһәткән ихлас тенденциозлыҡ, публицистика аша тормошҡа ашырыла. С. көсө сатирик позицияларының соц. әһәмиәтлелегенә, комик сараларҙың эффектлылығына (сарказм, ирония, гипербола, гротеск, аллегория һ.б.) бәйле. Башҡорт әҙәбиәтендә С. тәүге өлгөләрен фольклор (әкиәттәр, көләмәстәр, таҡмаҡтар һ.б.) һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте бирә. 19 б. мәғрифәтсе-яҙыусылары С.Б.Күкләшев, М.М. Биксурин һ.б. мәҫәл һәм притчаларында наҙанлыҡ, әҙәпһеҙлек көлөү һәм ғәйепләү объекты булып тора. Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев, Һ.С.Сәлихов әҫәрҙәрендә соц. мотивтар үткерләнә һәм үҫешә, власть әһелдәре сатирик фашлауға дусар ителә. 20 б. башында С. үткер соц.‑сәйәси характер ала. Был осорҙоң С. Ш.Бабич, М.Ғафури, Я.Ғ.Йомаев, С.Ҡудаш, С.С.Яҡшығолов сағыу вәкилдәр булып тора, уларҙың ижадында памфлет, пародия, фельетон, эпиграмма һ.б. үҫеш ала. 1900 йй. уртаһында сатирик журналистика барлыҡҡа килә: 10‑сы йй. — “Аҡмулла”, “Ҡармаҡ”, “Ҡарсыға”, “Сүкеш” ж. һ.б., 20‑се йй. “Бабич” һәм “Шәпи ағай” ж. сыға, 1925 й. “Һәнәк” ж. нәшер ителә. Совет осоро С. бюрократизм, ҡуштанлыҡ, хужаһыҙлыҡ һәм замандың башҡа кире күренештәренә ҡаршы йүнәлтелгән була, уларҙа совет кешеһе өсөн булыуы мөмкин түгел тип иҫәпләнгән сифаттар тәнҡиткә дусар ителә: индивидуаллек, байлыҡ йыйыу һ.б. Сатира үҫешенә Б.Ишемғол, Ғ.Ғүмәр, С.Агиш, С.Кулибай, З.Ф.Хисмәтуллин, С.Ғ.Иманғолов һ.б. ҙур өлөш индерә. 1970 й. башҡ. әҙәбиәтендә тәүге сатирик роман баҫылып сыға (“Дан туртаһы”, А.Ш.Ғирфанов). Хәҙ. С. вәкилдәре К.М.Аҡбашев, М.Т.Ғиләжев, Н.З.Игеҙйәнова, М.Н.Кәримов, Р.Ф.Мифтахов, М.Сәлим, Р.М.Тимершин һ.б. рухһыҙлыҡты, әхлаҡи әшәкелекте, ҡаҙнаны талауҙы, ысынбарлыҡтың негатив күренештәрен һ.б. фашлай. Башҡ. С. әҫәрҙәре башҡа телдәргә тәржемә ителә.

Әҙәб.: К у н а ф и н Г.С. И песней, и сатирой: развитие жанровой системы башкирской литературной песенной и сатирической поэзии XIX — начала XX века. Уфа, 1999.

М.Ш.Сәлимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика