САРЛАҠТАР (Laridae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 88 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 13 төрө бар. С. күпселеге (көмөш аҡсарлаҡ, аҡ ҡанатлы сарлаҡ, йылға сарлағы һ.б.) — күсәр, ҡайһы бер төрҙәре (ғәҙәти моёвка һ.б.) — күсеп йөрөүсе ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 22—60 см, ауырлығы 40—2000 г. Кәүҙәһе оҙонса, ҡанаттары оҙон, киң. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, тығыҙ. Күпселек төрҙәрҙең төҫө һоро, аҡ, көрән һ.б., башы, ғәҙәттә, ҡара төҫтә (ҙур ҡарабаш сарлаҡ, кәрлә аҡсарлаҡ) йәки ҡара көрән, ҡайһы бер сарлаҡтарҙа ҡара бүрек м‑н. Суҡышы тура, ян‑яҡтарҙан ҡыҫылған, бер аҙ бөгөлгән (аҡсарлаҡтар) йәки осло (сарлаҡтар). Ҡойроғо ҡыҫҡа, осонда уйым м‑н, күпселек аҡсарлаҡтарҙыҡы — йомрайтылған. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, сарлаҡтарҙыҡы ҡыҫҡа; 3 алғы бармағы йөҙгөс ярылар м‑н тоташтырылған, артҡыһы насар үҫешкән. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк. Моногам. Ғәҙәттә колониялар м‑н күл, быуа, йылғалар янында  үләндә, ҡомло йәки ваҡ ташлы участкаларҙа, ҡайһы бер сарлаҡтар һаҙлыҡтарҙа оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара; аҡсарлаҡтар — 3 тимгелле ҡара көрән йәки зәйтүн төҫөндәге, сарлаҡтар — 1—5 асыҡ һоро йәки төрткөлө охра төҫөндәге йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 14—16 (ваҡ А.) йәки 23—25 көн дауамында баҫа. Балыҡ, кеҫәрткеләр, кимереүселәр, ҡоштарҙың йомортҡалары һәм балалары, моллюскалар, ҡыҫала һымаҡтар, бөжәктәр, орлоҡтар һәм еләктәр; аҡсарлаҡтар ш. уҡ емтек һәм ҡалдыҡтар м‑н туҡлана. Башҡортостандың бөтә терр‑яһында осрай, эре колониялар Башҡортостандың Урал аръяғының (Әбйәлил, Учалы р‑ндары) күлдәре өсөн хас. Йоғошло ауырыуҙар тыуҙырыусыларҙы таратыусылар булып, ҡайһы берәүҙәре балыҡ паразиттарының аҙаҡҡы хужалары булып тора. Ваҡ сарлаҡ һәм ҙур ҡарабаш сарлаҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика