САРКОМАСТИГОФОРҘАР (Sarcomastigophora), иң ябайҙар тибы. 3 ярым тибы (ҡамсылылар, опалиналар, саркодлылар), яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 50‑нән ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле колониаль организмдар. Кәүҙә формаһы төрлө: даими (күпселек ҡамсылыларҙа), даими булмаған (саркодлыларҙа) йәки яҫы (опалиналар). Күҙәнәктәре мембрана йәки тығыҙ тышҡы тышса м‑н ҡапланған (пелликула); күп төрҙәрҙең ҡабырсағы йәки эске һөлдәһе бар (һөлдә капсулалары, энәләр һ.б.). Хәрәкәт итеү һәм аҙыҡты эләктереү ағзалары булып псевдоподиялар һәм ҡамсылар тора. Ядроһы бер йәки бер нисә, цитоплазмала аш һеңдереү һәм ҡыҫҡартыу (бүлеп сығарыуҙы һәм осморегуляцияны тормошҡа ашыра) вакуолдәре урынлашҡан. Ҡайһы бер төрҙәренең яҡтылыҡҡа һиҙгер булған “күҙ”е (стигмаһы) һәм хлорофиллы хроматофорҙары бар. Үрсеүе башлыса енесһеҙ (ике йәки күп өлөштәргә бүленеү), ҡайһы бер төрҙәрҙә — енси (ҡамсы йәки амёба гаметаларының ҡушылыуы). С. — автотрофтар, гетеротрофтар һәм миксотрофтар (туҡланыуҙың төрлө типтарын берләштерә), ҡайһы берҙәре — паразиттар. Сөсө һыуҙа, тупраҡта һәм башҡа организмдарҙа (ҡайһы бер С. симбионт булараҡ) йәшәй. Аҙыҡ сылбырҙарының компоненттары булып тора, һыу ятҡылыҡтарының үҙ аллы таҙарыуында, тупраҡ һәм ултырма тоҡомдарҙың барлыҡҡа килеүендә ҡатнаша, биологик индикацияла ҡулланыла. Ҡайһы бер С. кеше һәм хайуандарҙың паразитар ауырыуҙарын тыуҙыра.

Ю.В.Островская

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика