САРАИ Сәиф (1321, Волга буйы, Ҡамышлы йорто, башҡа фараздар б‑са, Хорезм, — 1396, Мысыр), төрки шағиры. С. тормошо т‑да ҡайһы бер мәғлүмәттәр “Гөлөстан бит-төрки” (1391) дастанында бирелә. Һарай‑Бәрәкә ҡ. белем ала, шунда уҡ шағир булып формалаша (псевдонимы шунан килеп сыҡҡан). Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. 1380‑сы йй. алып Мысырҙа йәшәй, Баркук солтан һарайы канцелярияһында эшләй. Шулай уҡ “Сөһәйл вә Гөлдерсен” (1394) дастанын, ғәзәлдәр яҙған. С. ижадына гуманистик йөкмәтке, тел байлығы һәм күркәмлеге хас. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихында әһәмиәтле роль уйнай.

Хеҙм.: Гөлестан. Лирика. Дастан. Казан, 1999.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Миннегулов Х.Ю. Сәйф Сараи: Тормышы һәм иҗаты. Казан, 1976.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика