САПСАН, ыласын (Falco peregrinus), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Күсәр ҡош, ҡайһы берәүҙәре ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 36—51 см, ауырлығы 580—800 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 85—117 см. Арҡаһы буҙ арҡыры һүрәтле һорғолт көрән төҫтә, ҡорһағы аҡ, ҡара төҫтәге арҡыры сыбарлыҡтары бар. Башы ҡара, тамағы асыҡ төҫтә, яңаҡтарында киң ҡара һыҙаттар бар (“мыйыҡтар”). Суҡышы зәңгәрһыу һоро. Ҡанаттары оҙон, тар. Аяҡтары һары төҫтә, тырнаҡтары ҡара. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Моногам. Ояһы — ерҙәге ҙур булмаған түшәкһеҙ соҡор, ҡайһы берҙә ҡарғаларҙың, йыртҡыс ҡоштарҙың ағастарҙағы, ерҙәге, ҡаяларҙағы, текә ярҙарҙағы ояларын биләй. 1—4 һоро таптары һәм төрткөләре булған ҡыҙғылт көрән төҫтәге йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 28—34 көн дауамында баҫа. Көндөҙгө ҡош. Ҡоштар, һирәк осраҡта сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ярғанаттар, емтек м‑н туҡлана. Башҡортостанда урмандарҙа, тау тундраһында, торама пункттарҙа, урман һәм урманлы дала зоналарында осрай. БР‑ҙың, РФ‑тың һәм Тәбиғәтте һаҡлау халыҡ‑ара союзының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика