САЛТЫКОВ-ЩЕДРИН (Салтыков) Михаил Евграфович (15.1.1826, Тверь губ. Спас‑Угол а. — 28.4.1889, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Н.Щедрин псевдонимы аҫтында нәшер ителә. Ижадында урыҫ тәнҡитле реализмының сатирик йүнәлешен үҫтерә. С.‑Щ. поэтикаһы үҙенсәлектәренә эзоп теле, гротеск сәнғәте, типиклаштырыу сараһы булараҡ интеграцияланған йәки йыйылма образдар хас. “Губерна очерктары” (“Губернские очерки”, 1856—57), “Әкиәттәр” (“Сказки”, 1882—86), “Пошехон иҫкелектәре” (“Пошехонская старина”, 1887—89) китаптарында автор самодержавие-крепостнойлыҡ ҡоролошон тәнҡитләй, “Бер ҡаланың тарихы”нда (“История одного города”, 1869—70) Рәсәй ҡала властары вәкилдәренең гротесклы-сатирик образдары галереяһын ижад итә. “Головлёв әфәнделәр” (“Господа Головлёвы”, 1875—80) романының һүрәтләү үҙәгендә – Иудушка (Порфирий Головлёв) образы – ҡулында кеше яҙмыштары м‑н идара итеү мөмкинлеге булған кеше-йыртҡыс; поместье дворянлығының тарҡалыуын һүрәтләү. “Петербургтағы провинциалдың көндәлеге” (“Дневник провинциала в Петербурге”, 1872) әҫәрендә, “Сит илдә” (“За рубежом”, 1880—81), “Сыбар хаттар” (“Пёстрые письма”, 1884—86) очерк китаптарында башҡорттарҙың яҙмышы, Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарын талау күрһәтелгән. Әҫәрҙәрен А.Карнай башҡ. теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Хикәйәләр. Өфө, 1937; Ҡырағай помещик: әкиәттәр. Өфө, 1953.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика