САЛАУАТ ЮЛАЕВ [16.6.1754 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1752), Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы Тәкәй а. — 26.9.1800, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ., хәҙ. Палдиски ҡ., Эстония], башҡ. халҡының милли геройы, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың көрәштәше, шағир. Юлай Аҙналиндың улы. 177172 йй. Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара. 1773 й. 10 нояб. ихтилалға ҡушыла. Нояб.дек. Ырымбур ҡ. янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. ғин.мартында Пермь провинцияһы һәм Өфө провинцияһының төньяғында ихтилал етәкселәренең береһе була. Ғәскәр башлығы (4 меңдән ашыу кеше), уның поход канцелярияһы баш күтәреүселәр биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы була. С.Ю. отряды 12 ғин. Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 1825 ғин. — Көңгөр ҡ. ҡамауҙа, 19 февр. Красноуфимск ҡәлғәһе янында секунд‑майор Д.О.Гагрин, 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡ. эргәһендә подполковник А.Ф.Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш а. (Свердловск өлк.) янында секунд‑майор А.В.Папава етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Апр.майҙа Өфө провинцияһы халҡын баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ‑түлек һәм кәрәк‑яраҡ м‑н тәьмин итә, бер үк ваҡытта 6 һәм 8 майҙа С.Ю. отряды Үрге Эҫем з‑ды (ҡара: Эҫем заводтары), 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане (хәҙ. Силәбе өлк. Иҫке Пристань а.) подполковник И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғыша. 3 һәм 5 июндә — ш. уҡ даруғаның Тырнаҡлы__ улусы Үрге Ҡыйғы һәм Уразмәт аа. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны), 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе (хәҙ. Свердловск өлк. Әшит ҡасабаһы) эргәһендә Пугачёвтың Төп ғәскәре составында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 1820 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Июндә Пугачёв С.Ю. бригадир дәрәжәһе бирә. Июльнояб. С.Ю. Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Өфөнө яулап алырға ынтылыш яһай, Ҡытау-Ивановка заводын ҡамай, 4 сент. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново а. (хәҙ. Дүртөйлө р‑ны Иванай а.) янында премьер‑майор И.Г.Штерич командаһына ҡаршы алышта ҡатнаша. Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да, С.Ю. көрәште дауам итә. 18 сент. ш. уҡ даруғаның Йәлдәк улусы Тимошкино а., 22 сент. Себер даруғаһының Ҡыр‑Танып улусы Нөркә а. (хәҙ. Балтас р‑ны) янында подполковник И.К.Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. С.Ю. отрядының хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуңғы алышы 20 нояб. Ҡытау‑Ивановка з‑ды эргәһендә була, 25 нояб. ул ген.‑майор Ф.Ю.Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И.А.Рейнсдорптың Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Ырымбурҙа барған оҙайлы тикшереүенән һуң (1774 й. нояб. 1775 й. июле), С.Ю. атаһы м‑н бергә ҡамсы м‑н һуҡтырыла (175 тапҡыр), маңлайына һәм яңаҡтарына “З” (“злодей” — “енәйәтсе”), “Б” (“бунтовщик” — “боласы”), “И” (“изменник” — “хыянатсы”) тамғалары баҫыла. 2 окт. Балтик Портына (1762 й. тиклем Рогервик ҡәлғәһе) ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә. С.Ю. яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән. Иртә осор шиғырҙары мөхәббәт лирикаһы (“Сәстәреңдең толом сулпылары...”, “Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...” һ.б.) м‑н һуғарылған. Пейзаж лирикаһында (“Тыуған илем”, “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...” һ.б.) тәбиғәткә һоҡланыу, Тыуған илде һөйөү, гражданлыҡты, азатлыҡ рухын данлау сараһына әүерелә. С.Ю. ижадында байтаҡ урынды героик лирика (“Һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай...”, “Йүрүҙән, һин беҙҙең тыуған йылға...”, “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир‑батырға ҡуш булып...” һ.б.) биләй. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында шағир ихтилалдың еңелеү сәбәптәре т‑да уйлана, туған халҡының һәм башҡ. еренең яҙмышына борсолоу белдерә. С.Ю. шиғриәтендә ғәзәл (“Зөләйха”, “Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта...” һ.б.), нәсихәт (“Егеткә”), элегия (“Ҡәҙерле лә ғаиләм, һөйгән йәрҙәр...”), мәҙхиә (“Уралым”), ҡитға (“Уҡ”), мәҫнәүи (“Яу”), ҡобайыр, йыр кеүек жанрҙар бар. Шағирҙың әҫәрҙәре тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф.Д.Нефёдов тарафынан нәшер ителә, “Салауат, башҡорт батыры” (“Салават, башкирский батыр”; 1880) исемле очеркында ул С.Ю. 5 шиғырын сәсмә әҫәр рәүешендә бирә. Р.Г.Игнатьевтың “Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор” (“Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор”; 1893) хеҙмәтендә уның 7 шиғыры урын алған. С.Ю. ижады башҡорт әҙәбиәте тарихында мөһим урын биләп, уның артабанғы үҫешенә йоғонто яһай. Граждандар һуғышы йылдарында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге “Салауат” гәз. сығара, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда С.Ю. ис. мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола, “Салауат Юлаев” бронепоезы һәм истребителе төҙөлә. РФ‑та һәм БР‑ҙа С.Ю. исеме м‑н адм. район, ҡала, урамдар, хоккей клубы, теплоходтар, мәмерйәләр (ҡара: Салауат Юлаев мәмерйәһе, Салауат мәмерйәһе) һ.б. аталған; БР‑ҙың Салауат р‑ны Малаяҙ а. (ҡара: Салауат Юлаев музейы) һәм Палдискиҙа музей асылған, һәйкәлдәр ҡуйылған (ҡара: Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр). “Тау бөркөтө” балеты, С.П.Злобин романы, “Салауат Юлаев” операһы һәм нәфис фильмы, “Һынмаҫ рух” (2005, “Башҡортостан” к/ст, сценарисы һәм реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов), “Мин үлмәнем, башҡорттарым!” (2004, “Башҡортостан” ТРК, сценарисы Г.Т.Батталова, реж. Р.Т.Фәтхиев) документаль фильмдары, спектаклдәр (Б.Бикбай, М.Кәрим һ.б. пьесалары б‑са), башҡ. халыҡ йыры “Салауат” һ.б. сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре батырға арналған. 1967 й. С.Ю. ис. премия, 1998 й. орд. (ҡара: Дәүләт наградалары) булдырыла. 2004 й. “Салауат Юлаев” энциклопедияһы нәшер ителә. 1989 й. алып йыл һайын С.Ю. көндәре, 2004 й. — “Салауат йыйыны” Респ. фольклор байрамы үткәрелә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. Өфө, 1994; Стихотворения. Уфа, 2004.

Әҙәб.: Салауат башҡорт фольклорында=Салават в башкирском фольклоре=Salawat in Bashkir Folklore: 2 томда. Өфө, 2008. И д е л ь б а е в М.Х. Башкирская литература XVIII века и творчество Салавата Юлаева. Уфа, 2003; Г в о з д и к о в а И.М. Салават Юлаев: иссл. док. источников. Уфа, 2004; Салават‑батыр навечно в памяти народной: сб. док. и материалов. Уфа, 2004.

И.М.Гвоздикова, М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика