САЙРАН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 798 кеше, 1920 — 945; 1939 — 724; 1959 — 659; 1989 — 359; 2002 — 336 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Агропромбизнес” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1744 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Сарянкин исеме м‑н теркәлгән. 1834 й. башҡорттар иҫәпкә алынған. 1865 й. 100 йортта 422 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика