САВЕЛЬЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Киҙәташ й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 286 кеше; 1917 — 508; 1939 — 349; 1959 — 210; 1989 — 233; 2002 — 247 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Халҡы «“Таналыҡ” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 70‑се йй. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са Орск өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡамышлы (Савельевский) утары булараҡ күскенселәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Савелий Барсуков исеме м‑н аталған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика