САБЫҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 455 кеше; 1920 — 485; 1939 — 564; 1959 — 484; 1989 — 544; 2002 — 514; 2010 — 495 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Халҡы “Кштеян” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 42 йортта 241 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ грамота мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. Ю.А.Калиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика