САБАНАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 533 кеше; 1920 — 662; 1939 — 582; 1959 — 355; 1989 — 230; 2002 — 207 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Бүздәк” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1714 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр төпләнгән). Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 30 йортта 195 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 367 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика