САБАҠ (Rutilus rutilus), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Яҡынса 10 төрө билдәле. Евразияның сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яғы ҡыҫылған, оҙонлоғо 10— 15 см (ҡайһы берҙә 30 см тиклем), ауырлығы 150—200 г (һирәк осраҡта 800 г тиклем). Тәңкәләре көмөш‑аҡ төҫтә, эре, тығыҙ ултыра, арҡа һәм ҡойроҡ йөҙгөстәре ҡыҙғылт һары- һоро төҫтә, ҡалғандары — тоноҡ ҡыҙғылт һары. Күҙенең төҫлө ҡатламы сағыу ҡыҙғылт һары төҫтә, өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл таптары бар. Йылға балығы. Енси яҡтан 3—5 йылда өлгөрә. Март—майҙа ыуылдырыҡ сәсә, ыуылдырығын үле үҫемлектәргә һала. Үрсеме — 2,5—100 меңгә тиклем ыуылдырыҡ. 20 йылға тиклем йәшәй. Үҫемлектәр, ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар, бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, балыҡтарҙың селбәрәһе м‑н туҡлана. БР‑ҙа йылғаларҙа, күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа осрай. Кәсеп балығы.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика