САБАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Сабай а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3019 кеше; 1920 — 1712; 1939 — 1235; 1959 — 892; 1989 — 777; 2002 — 713; 2010 — 732 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1716 й. алып билдәле. 1720 й., 1782 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр төпләнгән. 1865 й. 154 йортта 1155 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 1‑се Иҫке Сабай (317 кеше), 2‑се Иҫке Сабай (1369 кеше) аа. һәм Яңы Сабай (24 кеше) ҡасабаһы иҫәпкә алынған, улар 30‑сы йй. алып хәҙ. исемдәге бер ауыл булып иҫәпкә алына. К.И.Ихсанова, С.М.Китапова, Ф.В.Шәрипов ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика