САБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Уръяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1239 кеше; 1920 — 1351; 1939 — 993; 1959 — 512; 1989 — 318; 2002 — 265 кеше. Татарҙар йәшәй. Клуб бар.

Ауылға 1672 й. Ҡазан даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Иҫке Сабай, Субай, Субай‑Көрйәҙе исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 100 йортта 635 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. Ф.Ә.Ҡолбарисов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика