РЯСЯНЕН Арво Мартти Октавианус (25.6.1893, Бөйөк Финляндия кенәзлеге Симо а. — 1976), тел белгесе. Гельсингфорс ун‑тын тамамлаған (1915, Финляндия). 1944—61 йй. Хельсинки ун‑тында эшләй. Төрки телдәрҙе өйрәнеү б‑са Ҡазан губернаһында (1915—17) һәм Анатолияла (Төркиә; 1925, 1931—32) фәнни экспедицияларҙа ҡатнаша. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки телдәрҙе сағыштырма‑тарихи өйрәнеүгә арналған; урал‑алтай телдәренең генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотеза авторҙарының береһе. “Башҡорт телендә венгрса ни ҙә булһа бармы?” (1961, немец телендә) мәҡәләһендә венгр теле һәм башҡорт теленең тел ҡәрҙәшлегенә шик белдерә. Төрки телдәрҙең этимологик һүҙлеге (2 томда; 1969—71) авторы. Даими интернациональ алтаистика конференцияһының почётлы рәйесе.

Т.М.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов