РУС-ЯПОН ҺУҒЫШЫ (1904—05), Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышында һәм Кореяла йоғонто яһау даирәләрен бүлешеү өсөн алып барылған. Ҡоро ер ғәскәрҙәре Камчатка, Квантун ярымутрауҙарында, Сахалин утрауында, Маньчжурияла һәм Төньяҡ Кореяла, флот Һары, Япон диңгеҙҙәрендә, Корея һәм Цусима боғаҙҙарында һуғышҡан. Алыҫ Көнсығышта рус армияһы составына 242‑се Бәләбәй (ком. — полк. Воробьёв), 243‑сө Златоуст (полк. Оглоблев), 282‑се Ҡара Яр (полк. И.Н.Тиханов, А.С.Полянский) пехота полктары, 214‑се Мокшанск пехота полкы, 11‑се (полк. Гурьев), 12‑се (полк. Плотников) Ырымбур, 4‑се (полк. Соколов), 5‑се (полк. Соловьёв) Урал казак полктары составындағы Ырымбур казак див. (ген.‑майор В.П.Греков), 1‑се (полк. Николаев) һәм 10‑сы Ырымбур казак полктары, Ырымбур казак ғәскәренең атлы-артиллерия бригадаһы (11‑се һәм 20‑се атлы-артиллерия батареялар) ингән. Порт-Артур ҡәлғәһен һаҡлаған (1904 й. май—дек.) гарнизон ғәскәрҙәре составында 4‑се (ген.‑лейт. А.В.Фок) һәм 7‑се (ген.‑майор Р.И.Кондратенко) Көнсығыш Себер уҡсылар див. (башлыса Өфө губернаһы кешеләренән тупланған) булған. 1904 й. ғин. “Варяг” крейсеры Чемульпо порты (Корея), июлдә 4‑се һәм 5‑се Урал полктары — Ташичао а. янындағы, июль—сент. 10—12‑се Ырымбур казак полктары — Вафангоу а. тирәһендәге һәм Шахэ й. буйындағы, авг. Мокшанск һәм Ҡара Яр пехота полктары — Ляоян а., 1905 й. ғин. 242‑се Бәләбәй, 243‑сө Златоуст, 214‑се Мокшанск пехота, 10—12‑се Ырымбур, 4‑се һәм 5‑се Урал, 1‑се Ырымбур казак полктары, атлы-артиллерия бригада — Сандэпу а., февр. Златоуст, Мокшанск һәм Ҡара Яр пехота, 10—12‑се Ырымбур, 4‑се һәм 5‑се Урал казак полктары Мукден ҡ. (бөтәһе лә — Маньчжурияла) эргәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан. 3‑сө дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав орд. м‑н Ғ.Ф.Рәсүлев; 4‑се дәрәжә Изге Георгий орд. м‑н — подъяҫауылдар П.Е.Железнов, А.Л.Зеленцов; 4‑се дәрәжә Хәрби орд. билдәһе м‑н — “Варяг” крейсеры матростары М.Касьянов, Ф.Кузнецов, Х.Сәйетғәлин һ.б.; “1904—1905 йй. Япония менән һуғышта батырлығы өсөн” баш кейеменә таға торған билдә м‑н — Ырымбур див. казактары; байраҡҡа ҡуя торған Георгий таҫмалары м‑н — 282‑се Ҡара Яр пехота полкы; “1904—1905 йй. япон һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н һуғышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләкләнгән. Башҡ. халыҡ йырҙары “Ғайса ахун”, “Манжур”, “Порт-Артур” һәм “1905 йылғы япон һуғышы бәйете”, “Яу юлдары” бәйете һ.б. был һуғышҡа арналған.

А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.