“РУС БАҠЫРЫ”, инглиз акционерҙар компанияһы, Рәсәй баҡыры компанияһы. 1870 й. “Прогден, Леббок һәм К°” йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1871 й. “Р.б.” тип үҙгәртелә. Акцияларҙың төп өлөшө Англия парламенты вәкилдәре А.Брогден һәм В.Ланкастер [1871 й. үҙ өлөшөн Ф.Э.Бомонт һәм В.В.Ле(у)ббокҡа һатҡан] ҡулында була. 1870 й. авг. Дворяндар опекаһынан М.В.Пашков (ҡара: Пашковтар) милке өҫтөнән 176 мең дисәтинә ер, ш. иҫ. Ҡарғалы урман һәм мәғдән дайсалары булған Воскресенка заводын һәм Преображенск заводын һатыпала. Заводтарҙа баҡырҙы еүеш юл м‑н сығарыу ысулы индерелә, пар машиналары, Ҡарғалы рудниктарында механик күтәргес һәм насостар ҡуйыла, ташыу өсөн рельс юлы һалына, шахта мейестәре конус рәүешендә яңынан ҡорола. Преображенск з‑ды 1884 й. — В.Н.Охотниковҡа, Воскресенск з‑ды 1891 й. Пашковтарға һатыла.

Әҙәб.: Металлургические заводы на территории СССР с XVII века до 1917 г. Т.1. М.; Л., 1937.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018