РОМАН (фр. roman), әҙәби жанр, билдәле осорҙо йәки кешеләрҙең бөтә ғүмерен төрлө яҡлап һүрәтләгән ҙур күләмле эпик әҫәр. Хикәйә һәм повестан ҡатмарлы композиция, күп тармаҡлы сюжет, тиң әһәмиәтле персонаждар системаһы булыуы, күтәрелгән проблемалар төрлөлөгө м‑н айырыла. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Р. 20 б. 20—30‑сы йй. барлыҡҡа килә: Ғ.Хәйриҙең “Боролош” (1928; 1967 й. баҫыла; урыҫса тәржемәһе 1976), А.М.Таһировтың “Һалдаттар” (1933; урыҫса тәржемәһе 1934), “Ҡыҙыл гвардеецтар” (1935; урыҫса тәржемәһе 1935), “Ҡыҙыл армеецтар” (1936), Д.Юлтыйҙың “Ҡан” (1934; урыҫса тәржемәһе 1934), И.Насыриҙың “Күҙәй” (1936; урыҫса тәржемәһе 1965) әҫәрҙәре; улар тарихи‑биографик, хроникаль характерҙа яҙылған. Жанр 50‑се йй. шаҡтай ҙур үҫеш ала. Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” (1957; урыҫса тәржемºһе “Иргиз”, 1961) әҫәре башҡ. романистикаһы үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Производство Р. жанрҙың төп төрө булып тора, унда шәхес м‑н коллективтың үҙ‑ара мөнәсәбәттәре проблемаһы күтәрелә (К.Мәргәндең “Нарыштау итәгендә”, 1950; урыҫса тәржемәһе 1954; Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Лебеди остаются на Урале”, 1954; башҡортса тәржемәһе “Ҡарасәй юлы”, 1957; Б.Бикбайҙың “Аҡселән ташҡанда”, 1955; Д.Исламовтың “Йомарт ер”, 1959; урыҫса тәржемәһе 1982 һ.б.). 60‑сы йй. хәҙ. заман, публицистика Р. төп эстәлеге була, ул очерк Р. ижад итеүгә килтерә: Ә.Вәлиҙең “Май ямғыры” (1958; урыҫса тәржемәһе 1960), “Гөлйемеш сәскәһе” (1963); Н.С.Мусиндың “Өҙәрем юл кешеләре” (1970; урыҫса тәржемәһе 1977); Ш.М.Янбаевтың “Беүә буйҡайҙары һары тал” (1987) һ.б. 60—80‑се йй. Ғәли Ғ.Ибраһимовтың, Мусиндың дилогиялары, З.А.Биишеваның, Ф.Ә.Иҫәнғоловтың трилогиялары, Я.Х.Хамматовтың пенталогияһы һ.б. ижад ителә, улар башҡ. халҡы тормошоноң мөһим тарихи ваҡиғаларын масштаблы итеп сағылдыра. Тарихи Р. яҙыла: В.М.Исхаковтың “Бәхтизин” (1974; урыҫса тәржемәһе 1982), Ибраһимовтың “Кинйә” (1977; урыҫса тәржемәһе 1982), К.Мәргәндең “Бөркөт ҡанаты” (1981; урыҫса тәржемәһе 1987), Ә.Хәкимдең “Һауыр ҡумта” (1982), “Думбыра сыңы” (1986; урыҫса тәржемәһе 1988), Б.З.Рафиҡовтың “Ҡараһаҡал” (1989), Ғ.Б.Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” (1993), Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге” (2000) һ.б. Үҙгәртеп ҡороу осоронда яҙылған Иҫәнғоловтың “Сыуаҡ көндәр” (1986), Р.Ғ.Солтангәрәевтең “Беҙ йәшәгән ер” (1988), Д.М.Бүләковтың “Килмешәк” (1989), Й.Ә.Солтановтың “Ерем, кешеләрем” (1996), Т.Х.Ғарипованың “Бөйрәкәй” (1997; урыҫса тәржемәһе 2009) һ.б. әҫәрҙәре коллективлаштырыуҙың кире яҡтарын, шәхестең әхлаҡи деградацияһы проблемаларын сағылдыра. СССР‑ҙың тарҡалған, милли хәрәкәттең тергеҙелгән осоронда үҫеш алған Р. революция (1917), Граждандар һуғышы ваҡиғалары, шәхес культының йоғонтоһо яңынан күҙ алдынан үткәрелә: Ә.Хәкимдең “Өйөрмә” (1992), “Дауылдан ҡотолоу юҡ” (1994); Ғ.А.Хисамовтың “Тамып та ғына ҡала ҡандары” (1993), “Тәфтиләү” (1996); М.А.Хәйҙәровтың “Китмәҫ өсөн килдем” (1994); Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Атыу” (1999); Р.Н.Байымовтың “Сыбар шоңҡар” (1997; урыҫса тәржемәһе 2002), Г.М.Яҡупованың “Ҡатындар” (2013) һ.б. Жанрҙың детектив (Хисамовтың “Ун туғыҙынсы”, 2003), фантастик (Ф.Ә.Исхакованың “Кеше‑күсермә”, 1996) Р., ғаилә (Р.Камалдың “Әлфирә”, 2004; “Ағай‑энеләр”, 2005; “Вариҫ”, 2006 һ.б.) Р. циклдары һ.б. формалары барлыҡҡа килә. Башҡ. әҙәбиәтендә ш. уҡ шиғыр м‑н яҙылған Р. бар (“Ҡушҡайын”, 1936, С.Ҡудаш). Хәҙ. башҡ. Р. жанр формаларының төрлөлөгө, бай структур поэтикаһы м‑н айырылып тора, уның нигеҙендә көнсығыш һәм европа эпик традициялары синтезы ята.

Әҙәб.: В а х и т о в А.Х. Башкирский советский роман. М., 1978; Б а и м о в Р.Н. Истоки и устья. Уфа, 1993.

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов