РОГОЖНИКОВА Татьяна Михайловна (12.8.1960, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1982). 1986 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта: 1991 й. башлап тел коммуникацияһы һәм психолингвистика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2015 й. алып ректорат советнигы. Фәнни эшмәкәрлеге тел күренештәренең суггестив ресурстарын моделләштереүгә, вербаль мәғлүмәттең автоматлаштырылған анализына һәм уларҙы декодлау өсөн инструменттар (башҡорт теле, инглиз теле, немец теле, татар теле, урыҫ теле, француз теле һ.б. материалында) уйлап табыуға арналған. Р. етºкс. “БАРИН"; “БАТЫР"; “БЮРГЕР" һ.б. компьютер программалары уйлап сыƒарылƒан. 180‑дºн ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Психолингвистическое исследование функционирования многозначного слова. Уфа, 2000; Галерея ассоциативных портретов. Уфа, 2009 (авторҙ.); Инструменты анализа суггестивных ресурсов языковых явлений (когнитивная психология: методология и практика). СПб., 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке