РИҮӘЙӘТ, фольклорҙа үткән замандың ысын хәл‑ваҡиғалары т‑да мәғлүмәт биреүгә ҡоролған хикәйә. Йыш ҡына шаһиттарҙың һөйләгәндәренән башланып китеп (ҡара: Хәтирә), телдән телгә һөйләнгән Р. ирекле поэтик интерпретацияға, ижади фараздарға, үҙгәртеүҙәргә дусар була. Р. һүрәтләнгән хәл‑ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә ишараһы билдәле ваҡытҡа: “борон заманда”, “бик күп йылдар элек”, “урыҫтар Ҡазанды алғас”, “биш йөҙ йыл элек”; теүәл билдәле урынға: “Ағиҙелдең уң ярында”, “Салауат ауылында” һ.б. ярашлы белдерелә. Тарихи шәхестәр (Аҡай Күсемов, Ҡараһаҡал, Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев һ.б.) һәм башҡа драматик яҙмышлы кешеләр Р. геройҙары булып сығыш яһай. Р. күбеһе локаль характерҙа. Р. конкретлығы уларҙа дөйөм мотив һәм темаларҙың булыуы м‑н тура килә. Күп кенә осраҡтарҙа Р. сюжеттарына типологик дөйөмлөк хас (мәҫ., изгелекле ҡасҡындар т‑дағы Р.: “Бейеш батыр”, “Камал ҡасҡын”). Тематикаһы б‑са тарихи‑генеалогик, йәки этногоник (“Башҡорттарҙың килеп сығышы”, “Юрматы, тәлтем ырыуҙары” һ.б.), тарихи (“Бошман‑Ҡыпсаҡ батыр”, “Аҡһаҡ Тимер”, “Салауат менән Пугачёвтың дуҫлашҡаны” һ.б.), топонимик (“Асылыкүл”, “Ырғыҙ” һ.б.), соц.‑көнкүреш (“Ғилмияза”, “Таштуғай” һ.б.) Р. бүленә. Структур яҡтан Р. күп төрлө: тик мәғлүмәт функцияһын үтәгән күләме б‑са ҙур булмаған хикәйәләр (“Байыҡ сәсән”, “Салауат ғаиләһенең һәләкәте” һ.б.) һәм сюжетлы хикәйәләүҙәр (“Салауат менән Балтас”, “Бөрйәндәр хан замандарында” һ.б.) осрай. Р. легенда м‑н тығыҙ бәйләнгән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997; Н ә ҙ е р ш и н а Ф.А. Риүәйәт һәм легендаларҙа — халыҡ тарихы. Өфө, 2011; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.