“АШКАДАРСКИЕ ЗОРИ” (“Ашҡаҙар таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Еңеүгә” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Ашҡаҙар таңдары”) һәм татар (“Ашкадар таңнары”) телдәрендә сыға. 1935 й. мартынан урыҫ телендә “Вперёд” (“Алға”) исеме аҫтында сыға башлай, июненән – “К победе”, 1967 й. алып ш. уҡ татар телендә “Җиңүгә”, 1997 й. башҡ. телендә “Еңеүгә” исемдәре м‑н баҫыла; 2007 й. июненән хәҙ. исемдәрҙә сыға. 1963–64 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова