РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ, 1734 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1732) Рәүҙе й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: 1745 й., 1829 й., 1843 й. алып Демидовтар, 1805 й. — А.В.Зеленцов, 1817 й. — А. һәм П.Зеленцовтар, 1819 й., 1879 й. — ҡаҙна, 1835 й. — Дәүләт заём банкыһы, 1873 й. — Г.М.Пермикин, 1897 й. — В.А.Ратьков‑Рожнов, 1913 й. — П.Г.Солодовников; 1918 й. национализациялана. Рәүҙе тау округына ингән. 1734 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. завод 96 мең дисәтинәнән ашыу ер биләгән. 2 домна мейесе, 20 горны, 10 сүкеше, 18 б. аҙ. 2 домна мейесе, 25 горны, 11 сүкеше, 2 йәмшәйтеү станы, 20 б. башында 2 домна, ҡыҙҙырыу, сағылдырыу, 6 пудлингылау, 3 йәбештереү мейесе, 3 сүкеше, 4 прокат станы, 18 тимерлек горны була. 18 б. аҙ. заводта 1996 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 2374 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә, 20 б. башында эшселәр (ҡара: Эшселәр синыфы) — 2140, 1917 й. — 11078. 1783—96 йй. 3124,8 мең бот суйын иретелә, уртаса йыллыҡ етештереүсәнлек 240,9 мең бот тәшкил итә. 1760 й. 97 мең бот суйын һәм 59,5 мең бот тимер, 1800 й. — ошоға ярашлы 329,5 һәм 76,4, 1860 й. — 649,5 һәм 211,2, 1900 й. — 603,1 һәм 356,7; 1913 й. — 678,2 мең бот суйын, 740,3 мең бот тимер, 850,3 мең бот ҡорос етештерелә. 1840 йй. аҙ. пудлингылау индерелә (1907 й. тиклем). 50‑се йй. аҙ. баҡыр иретеү үҙләштерелә (4,3 мең бот баҡыр алынған); 1907 й. мартен производствоһы индерелә. Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, Р.з. снаряд ҡоросо, хәрби ихтыяждар өсөн металл (никелле суйын һ.б.), снаряд, тимерсыбыҡ етештерелгән. 1915 й. заводҡа Пермь т. юлы үткән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алынып, 200‑гә яҡын завод крәҫтиәне баш күтәреүселәргә ҡушылған. 1800 й., 1824—26 йй. һәм 1841 й. күмер яндырыусы эшселәр араһында, етештереү күләмен кәметеүҙе талап итеп, сыуалыштар була. 1867 й. эшләмәй. Р.з. базаһында “Рәүҙе метиз‑металлургия заводы” ААЙ ойошторолған. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Рәүҙе ҡ. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018