РӘҮ ЕШ, хәрәкәт йәки сифаттың билдәһен аңлатҡан үҙ аллы һүҙ төркөмө. Хәҙ. башҡорт телендә лексиканың иң боронғо ҡатламына ҡараған тамыр Р. бар, мәҫ., “бик”, “гел”, “ҡапыл” һ.б.; байтаҡ Р. яһалма булып тора, улар һүҙьяһалыштың төрлө ысулдары ярҙамында яһала: аффиксация, мәҫ., “ауылса” ауыл‑са, “яртылай” ярты‑лай, “аҙлап” аҙ‑лап һ.б.; редупликация, мәҫ., “ҡат‑ҡат”, “алмаш‑тилмәш”, “борон‑борондан” һ.б.; һүҙҙәрҙе ҡушыу, мәҫ., “быйыл”, “таң менән”, “шундуҡ” һ.б.; конверсия, мәҫ., “алыҫ”, “мәңгелеккә”, “яттан” һ.б. Лексик‑грамматик мәғәнәһе б‑са аныҡлаусы һәм хәл Р. айырыла: аныҡлаусы Р. сифат йәки һан характеристикаһы өсөн хеҙмәт итә (төп, оҡшатыу, күләм һәм дәрәжә Р.), мәҫ., “йәйәү”, “йәштәрсә”, “бөтөнләй” һ.б.; хәл Р. арауыҡ һәм ваҡыт мөнәсәбәттәрен, мотивацияны аңлата (ваҡыт, урын, сәбәп һәм маҡсат Р.), мәҫ., “бая”, “яҡын”, “юрамал” һ.б. Башҡ. теленең ҡайһы бер Р., сифаттар кеүек, сағыштырыу һәм артыҡлыҡ дәрәжәләре була, мәҫ.: “аҙыраҡ”, “күп‑күмәк” һ.б. Һөйләмдә Р., ҡағиҙә булараҡ, хәл йәки аныҡлаусы, һирәкләп хәбәр булып килә (ҡара: Синтаксис).

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов