РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ, Р Ф, Р ә с ә й, Евразияның төньяҡ өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 17,1 млн км2 (ҡоро ерҙең 11,5%‑ы). Баш ҡалаһы — Мәскәү. РФ составында 85 субъект: 22 респ. (ш. иҫ. Башҡортостан Республикаһы), 9 край, 46 өлкә, 4 авт. округ, Еврей авт. өлк., федераль әһәмиәттәге Мәскәү, Санкт‑Петербург һәм Севастополь ҡалалары. 9 федераль округҡа (ш. иҫ. Волга буйы федераль округына) бүленгән. Дәүләт башлығы — президент. РФ‑тың вәкәләтле һәм закон сығарыу органы — 2 палаталы Федераль Йыйылыш (Дәүләт думаһы һәм Федерация Советы), башҡарма власть органы — рәйес етәкселегендәге РФ Хөкүмәте. Халҡы — 146,3 млн кеше (2014), ш. иҫ. 1172,2 мең башҡорт (2010). Дәүләт теле — урыҫ теле. Диндарҙар — христиандар (нигеҙҙә, православие христиандары), мосолмандар, йәһүдтәр, буддистар һәм башҡалар. 14—16 бб. Мәскәү тирәләй үҙәкләшкән Рус дәүләте барлыҡҡа килә. 17 б. башында Рәсәй поляк‑литва һәм швед интервенцияһын кире ҡаға. 16—19 бб. Украинаны, Төньяҡ терр‑яларҙы, Волга буйын, Уралды (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы), Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты ҡушыу һәм дәүләт составына төрлө халыҡтарҙың инеүе һөҙөмтәһендә күп милләтле Рәсәй империяһы барлыҡҡа килә. Крепостной иҙеүҙең һәм баҫып алыу сәйәсәтенең көсәйеүе ихтилалдарға [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)] һәм крәҫтиәндәр һуғыштарына [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)] килтерә. Пётр I реформалары илдең соц.‑иҡт. һәм мәҙәни үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Ватан һуғышында (1812) Рәсәй Наполеон һөжүмен кире ҡаға, унда башҡорт полктары ла ҡатнаша. Крәҫтиән реформаһы крепостной хоҡуҡты бөтөрә, соц.‑иҡт. үҫешкә булышлыҡ итә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында РСДРП һ.б. сәйәси партиялар, проф. союздар ойоша башлай; Дәүләт думаһы барлыҡҡа килә. Рус‑япон һуғышы (1904—05) 1905—07 йй. революция сәбәптәренең береһе була. Рәсәй Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 й. Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә батша самодержавиеһы ҡолатыла, сент. Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итә. Октябрь революцияһынан һуң Советтар власы иғлан ителә. Дәүләттә сәйәси власть Коммунистар партияһы ҡулында була (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы), аҡрынлап ул үҙәкләштерелгән дәүләт аппараты м‑н берләшә. Нояб. Башҡорт мәркәз шураһы Рәсәй респ. составында Башҡортостандың милли‑терр. автономияһын иғлан итә. Киң ҡолас алған Граждандар һуғышы йәмғиәт ҡоролошонда хәрби‑коммунистик ҡанундарҙың нығыныуына, етештереү һәм бүлеү системаһы барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә (ҡара: Хәрби коммунизм). 1918 й. ғин. Рәсәй Совет Федератив Соц. Респ. (РСФСР) ойошторола, июлдә Конституцияһы ҡабул ителә. 1919 й. 20 мартындағы “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” б‑са Башҡортостан РСФСР‑ҙа беренсе булып авт. респ. (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан) статусы ала. 1921 й. яңы иҡтисади сәйәсәт ҡабул ителә. 1922 й. Совет Социалистик Республикалар Союзы ойошторола, РСФСР ҙа уның составына инә. 1990 й. 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезында РФ дәүләт суверенитеты т‑да декларация иғлан ителә, 11 окт. БАССР ЮС‑ы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. 1991 й. мартында РФ президенты вазифаһы булдырыла (тәүге президент — Б.Н.Ельцин). Дек. алып РФ БДБ‑ға инә. 1992 й. 31 мартында Федератив килешеүгә һәм уның БР‑ҙан Ҡушымтаһына ҡул ҡуйыла. 1993 й. сент. Советтар системаһы бөтөрөлә, дек. РФ Конституцияһы ҡабул ителә. 1994 й. “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018