РӘСӘЙ СОЦИАЛ‑ДЕМОКРАТИК ЭШСЕЛӘР ПАРТИЯҺЫ (РСДРП), берҙәм сәйәси ойошма булараҡ 1898 й. мартында ойошторола. Партияның 2‑се съезында (1903 й. июль—авг., Брюссель, Лондон) ойошма большевиктар (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы) һәм меньшевиктар фракцияһына бүленә. Съездан һуң меньшевиктар фракцияһы үҙ аллы партия булып ойоша. Сәйәси һәм тактик платформаһы 1905 й. меньшевиктарҙың Женева конференцияһында иғлан ителә. Рәсәйҙә Көнбайыш Европа буржуаз революциялары өлгөһөндәге үҫеш өсөн сығыш яһағандар; меньшевиктарға ойоштороу һәм етәкселектең аныҡ булмауы, төрлө сәйәси ҡараштар б‑са төркөмләнеү хас булған. Баҫма органдары: “Голос социал‑демократа” (“Социал‑демократ тауышы”), “Единство” (“Берҙәмлек”) гәз. һ.б. Меньшевизмдың иң күренекле эшмәкәрҙәре П.Б.Аксельрод, Ф.И.Дан, Ю.О.Мартов, Г.В.Плеха-нов, А.Н.Потресов булған. Өфө губернаһында 1903 й. алып РСДРП‑ның берҙәм ойошмаһы, 1917 й. март— сент. — РСДРП ойошмаһының Берләшкән (большевиктар һәм меньшевиктар) ваҡытлы Өфө ком‑ты эшләй башлай. Йәйен меньшевиктарҙың Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙа большевиктар м‑н бер блокка берләшеүҙән баш тартыуы арҡаһында партияла бүленеш башлана. Авг. Өфөлә Өфө губерна земствоһы хеҙм‑ре К.И.Михеев етәкс. “Берҙ .млек” төркөмө барлыҡҡа килә, уға меньшевизмдың уң ағымы вәкилдәре — большевиктарға ҡаршы көрәшеү өсөн бөтә демократик көстәрҙе берләштереү һәм Беренсе донъя һуғышын дауам итеү өсөн сығыш яһаған меньшевикплехановсылар ингән. РСДРП‑ның Өфө губерна ойошмаһынан авг. меньшевик‑оборонасылар һәм Златоуст ҡ., ә сент. Өфөнөң меньшевик‑интернационалистары айырылып сыҡҡан. Өфө меньшевиктары большевиктарҙың власты баҫып алыуын [ҡара: Революция (1917)] тәнҡитләгән; Ойоштороу йыйылышына һайлауға үҙ кандидатын үткәрә алмаған. 1918 й. февр. Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы совет власын танымау һылтауы м‑н меньшевиктарҙы Совет составынан сығара. Майҙа Өфө тимер юл депутаттары советына һайлауҙа берҙәм исемлеккә ингән меньшевиктар һәм уң эсерҙар 50% тауыш йыя. Июлдә меньшевиктарҙың Өфө ойошмаһы Халыҡ армияһы яғында булыуы т‑да резолюция ҡабул итә. Партия ҮК‑һынан айырмалы рәүештә, Өфө меньшевиктарының күпселеге совет власы ҡолатылған биләмәләрҙә урындағы үҙидара структураларының башҡарма органдарына инергә мөмкин тип иҫәпләгән, шул уҡ ваҡытта губернала Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетының губерна вәкилдәре институтын булдырыуға ҡаршы сыҡҡан. Өфө ҡала эшселәр конференцияһы (1918 й. июле) меньшевиктарҙың Ойоштороу йыйылышы етәкс. демократик Рәсәй респ. ҡайтанан ҡороу өсөн көрәште дауам итеү зарурлығы һәм унда пролетариаттың да ҡатнашыуы т‑дағы тәҡдиме б‑са резолюция ҡабул иткән. Меньшевиктарҙың лидерҙары В.И.Хаустов, Ибр.Ә.Әхтәмов Өфө ҡала думаһы ваҡытлы ком‑ты составына ингән. Өфө ҡала думаһына һайлауҙа меньшевиктар Литва, Польша һәм Рәсәйҙәге йәһүд эшселәренең дөйөм союзы м‑н берлектә урындарҙың 15%‑ын алған. Әхтәмов Думаның старейшиналар советына ингән. Өфө меньшевиктары үҙ делегацияһының Өфө дәүләт кәңәшмәһендәге ҡарашын һәм Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторолоуҙы хуплай, әммә уның эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан баш тарта. Өфө ҡала думаһындағы меньшевиктар фракцияһы А.В.Колчактың хәрби түңкәрелеше арҡаһында Өфө директорияһын һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары ком‑ты ведомстволары идараһы советын ҡолатыуҙы тәнҡитләгән. 1919 й. 19 ғин. меньшевиктарҙың Өфө ойошмаһы РСДРП‑ның Бөтә Рәсәй конференцияһы ҡарарҙарын ҡабул итә һәм Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1918 й. 30 нояб. ҡарары (ул меньшевиктарҙы Советтарҙан сығарыу ҡарарын юҡ иткән) нигеҙендә рәсми танылыу б‑са саралар күрергә тотона. Башҡортостанда меньшевиктар 1919 й. йәйендә совет власы тамам урынлашҡас ҡына таныла, бер өлөшө РКП(б)‑ға инә. 1922 й. һуң крайҙа меньшевиктар эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәттәр осрамай. Баҫма органы — “Голос рабочего” гәзите. Меньшевиктарҙың Өфө ойошмаһы рәйесе — Әхтәмов.

А.Д.Казанчиев, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин