РЕДУКЦИЯ (лат. reductio — ҡайтыу, кире килтереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, өндөң (башлыса һуҙынҡының) оҙайлылығының ҡыҫҡартылыуы йәки көсөргәнештең көсһөҙләнеүе м‑н барлыҡҡа килгән артикуляцион һәм акустик үҙгәреүе. Башҡорт телендә Р. сонор тартынҡылар йоғонтоһонда күп ваҡыт [ы], [эе], [оо], [ө] һуҙынҡылары дусар ителә; өн төшөп ҡалған ваҡыттағы тулы, мәҫ.: “холоҡ” хо[лооҡ] — “холҡо” хо[лҡ]о, “бүрек” бү[рэек] — “бүрке” бү[рк]е, “арыҫлан” а[рыҫ]- лан — һөйләү телмәрендә “арҫлан” а[рҫ]лан һ.б.; һәм өн оҙонлоғоноң ҡыҫҡарыуы хас булған тулы булмаған Р. айырыла: “урын” у[рын] — “урыны” у[р͝ын]ы, “яңылыш” я[њ͝ыл]ыш — я[њ͝ыл]ыш. Һөйләү телмәрендә әйтелештең редукцияланған варианты м‑н бер рәттән редукцияланмаған әйтелеш варианты ла ҡулланылырға мөмкин, сағ.: хо[лҡ]о — хо[лооғ]о, бү[рк]е — бү[рэег]е һ.б.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке