РЕВОЛЮЦИЯ (1905—07), Б е р е н с е Р ә с ә й р е в о л ю ц и я һ ы, 20 б. башында Рәсәйҙә дөйөм милли кризис һөҙөмтәһендә тыуа. 1905 й. 9 ғин. С.‑Петербургта тыныс демострацияны атыу Р. башланыуға сәбәп була. Өфөлә күмәк сығыштар 200‑гә яҡын кеше ҡатнашҡан 12 ғин. митингыһынан һуң башлана. Революцион хәрәкәткә соц.‑демократтар (ҡара: Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы) һәм эсерҙар етәкселек итә. Земство хәрәкәте эшмәкәрҙәре һәм либераль интеллигенция реформалар б‑са талаптар күтәрә. 4 февр. Өфө губерна земство башҡармаһы ултырышында П.Ф.Коропачинский земство т‑да положениены барлыҡ соц. ҡатламдар принцибын иҫәпкә алып, ҡайтанан ҡарау, хоҡуҡтарын киңәйтеү, үҙаллылыҡ биреү өсөн сығыш яһай. Авг. Өфө дворяндар йыйылышы Министрҙар советына дәүләт ҡоролошо өлкәһендә кисектергеһеҙ үҙгәрештәр (дөйөм тиң хоҡуҡлы һайлауҙар, халыҡ вәкиллеге, һүҙ азатлығы һ.б.) талап иткән юллама ебәрә. Эшселәр хәрәкәте киң тарала. 19 ғин. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) эшселәр митингы (2 мең кеше ҡатнаша) уҙғарыла, унда 9 ғин. вафат булғандарҙың ғаиләләре өсөн аҡса йыйыу ойошторола. Ғин.—апр. И.И. Гутман з‑дында һәм тау заводтарының күпселегендә стачка һәм забастовкалар була. 1 майҙа Өфөлә халыҡ‑ара эшселәр хәрәкәтенә теләктәшлек белдереп, демонстрация, Өфө губернаһының 6 пр‑тиеһында забастовкалар үткәрелә. Июнь башында Өфө губ. көслө һаҡ ҡуйыла. 5 июлдә Өфө тимер юлсылары забастовкаһы башлана (2200 эшсе ҡатнаша). Май—авг. Өфө һәм Ырымбур губерналарында 31 забастовка була. 1905 й. 2‑се ярт. революцион хәрәкәт яңынан көсәйә, хөкүмәт, либераль буржуазия һәм революцион сәйәси лагерҙар бер‑береһенә асыҡтан‑асыҡ ҡаршы тора. 7 окт. бөтә илде солғап алған сәйәси стачкаға Өфө т. юл оҫтаханалары һ.б. пр‑тие эшселәре, банк, почта һәм телеграф хеҙм‑рҙәре ҡушыла. Забастовкалар арҡаһында Өфөлә һәм губернала иҡт. тормош тотҡарлана, революционерҙар эшмәкәрлеге халыҡтың төп өлөшөндә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тимер юл бәйләнешен тергеҙеү өсөн губернатор Б.П. Цехановецкий бойороғо б‑са ғәскәрҙәр индерелә. 17 октябрь Манифесы сыҡҡандан һуң, Башҡортостанда сәйәси партия һәм ойошмалар эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Дек. Өфө тимер юл оҫтаханалары мастеровойҙары һәм эшселәренең патриотик йәмғиәте барлыҡҡа килә. Монархистар революционерҙарҙы үлтерә, йәһүдтәрҙе талай. Ҡара груһсылар м‑н көрәшеү өсөн Өфө ҡала думаһында Именлек ком‑ты, Өфөнөң ҡайһы бер пр‑тиеларында, Белорет заводында һ.б. ирекле милиция отрядтары ойошторола. Өфө кадеттарының эшмәкәрлеге, дөйөм алғанда, үҙ вәкилдәрен Дәүләт думаһына үткәреүгә йүнәлтелә. Дек. Һамар—Златоуст т. юлы (ҡара: Тимер юлдар) эшселәренең сәйәси стачкаһы башлана. Өфө т. юл оҫтаханаларының стачка ком‑ты базаһында 7 дек. 35 кешенән торған Эшсе депутаттар советы (рәйесе И.С.Якутов) ойошторола. Поездар хәрәкәте туҡтатыла, телеграф бәйләнеше өҙөлә. 9 дек. оҫтаханаларҙа дөйөм ҡала митингы йыйылып, уны ҡыуып таратырға килгән һалдаттар м‑н дружинниктар араһында ҡораллы бәрелеш булып ала. Эшселәрҙең ҡораллы сығышы баҫтырыла, улар күпләп ҡулға алына, эштән ҡыуыла. Эшселәр хәрәкәте м‑н бергә крәҫтиән сығыштары ла һөжүм төҫө ала, улар ер һәм ҡуртым өсөн түләүҙән баш тарта, ыҙан комиссияларына ҡаршылыҡ күрһәтә, ерҙәрҙе баҫып ала, алпауыттарҙың усадьбаларын яндыра, урман дачаларын күпләп ҡырҡа. Башҡорттар, үҙ сиратында, элек тартып алынған ерҙәрҙе (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) ҡайтарыу өсөн сығыш яһай. Нояб.—дек. Өфө һәм Ырымбур губ. 34 эре крәҫтиән сығышы була. Өфө губернаторы А.С.Ключарёв хакимиәт аппаратын һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын нығытыу б‑са саралар күрә; уның бойороғо б‑са 1906 й. 3 ғин. йыйылыштар уҙғарыу, ҡорал һаҡлау, йөрөтөү һәм һатыу тыйыла. 1906 й. алып революцион сығыштар аҡрынлап һүнә башлай. Ғин.—февр. эшселәр хәрәкәте Дәүләт думаһына һайлауҙарҙы инҡар итеүгә саҡырыу рухында дауам итә. Төбәктә уң монархистик ойошмалар барлыҡҡа килә: Берләшкән дворяндар, Бөрө батша һәм халыҡ урыҫ йәмғиәте, Ер биләүселәр союзы, “Урыҫ халҡы союзы” һ.б. Үҙәк һәм урындағы властар яҡлауынан файҙаланып, улар монархизм идеяларын пропагандалай, забастовкалар һәм революцион сығыштарға юл ҡуймау өсөн, полиция м‑н хеҙмәттәшлек итә һ.б. 17 октябрь Манифесында иғлан ителгән һүҙ азатлығы күп сәйәси партиялар һәм ойошмаларҙың ҡарашын яҡтыртҡан шәхси баҫмаларҙың (“Уфимский вестник”, “Уфимский рабочий” һ.б.) барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. 1906 й. уртаһында берҙәм РСДРП ойошмаһы барлыҡҡа килә. Большевиктарҙан хәрби дружиналар ойошторола. Боевиктар террор акттары үткәрә, дәүләт һәм хосуси милекте көсләп тартып алыу м‑н шөғөлләнә. Р. йылдарында мосолман хәрәкәте үҫеш ала. Авг. Рәсәй мосолмандары иттифағы ойошторола, Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы эш итә, милли баҫмалар һаны арта.__ 1907 й. ҡарай полиция һәм жандармерия сафтарын нығытыу, революцион ойошмаларҙа агентура селтәре булдырыу, революционерҙар сафынан теләктәшлек белдереүселәрҙе сығарыу һөҙөмтәһендә партиялар һаны кәмей. Революцион ойошмалар йәшерен көрәш алымдарына күсә. 2‑се Дәүләт думаһын таратыу (1907 й. Өсөнсө июнь түңкәрелеше) Р. еңелеүен һәм тамамланыуын күрһәтә. Шуға ҡарамаҫтан, ул һүҙ, матбуғат һәм союздар азатлығы килтерә, крәҫтиәндәрҙең түләп азатлыҡ алыуына сик ҡуя; дин азатлығы т‑да указ сығарыла, милли төбәктәрҙә урыҫлаштырыу сәйәсәте йомшара. Рәсәй тарихында тәү тапҡыр вәкәләтле орган — Дәүләт думаһы ойошторола.

Әҙәб.: К а л м а н т а е в Н.М. Башкортостан в условиях российской революции 1905— 1907 гг. Уфа, 2000.

Н.М.Ҡалмантаев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке