РЕАЛИЗМ (лат. realis — матди, ысынбарлыҡ), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, тормоштоң әһәмиәтле яҡтарын автор идеалының бейеклеге һәм хәҡиҡәтлеге м‑н яраштырыу уның төп принциптары булып тора; типик характерҙарҙы, конфликттарҙы, ситуацияларҙы уларҙың художестволы индивидуалләштереү тулылығында тергеҙеү; һүрәтләү ысулдарында “тормоштоң үҙенең формаларына” өҫтөнлөк биреү м‑н бер рәттән шартлы формаларҙы ла (миф, символ, ғибрәтле хикәйә, гротеск) ҡулланыу; “шәхес һәм йәмғиәт” проблемаһына ҡыҙыҡһыныуҙың өҫтөнлөк итеүе. Башҡорт әҙәбиәтендә Р. романтизм м‑н органик берлектә формалаша. 19 б. 2‑се ярт. феодалдарға ҡаршы йүнәлеше, аҡыл һәм мәғрифәтлелек культы, дини ышаныуҙарҙы тәнҡитләү, демократик рух м‑н айырылып торған мәғрифәтселек Р. формалаша (Аҡмулла, М.И. Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, З.Һ.Һаҙый, С.С.Яҡшығолов һ.б. ижады). 20 б. башында тәнҡитле Р. ныҡлы урын ала, материалистик детерминизм, самодержавие тыуҙырған соц. күренештәрҙе һәм ҡаршылыҡтарҙы тәнҡитләү, фашлау йүнәлеше уның идея нигеҙен тәшкил итә (Ф.Вәлиев, М. Ғафури, Ә.С.Иҫәнбирҙин, Ғ.Х. Ниязбаев, В.М.Солтанов, А.М.Таһиров, К.К.Туйкин, Ф.К.Туйкин, С.Һаҙый, Д.Юлтый һ.б. ижады). 20—80‑се йй. әҙәбиәтенең төп ижад методы социалистик реализм була. 20 б. аҙ. — 21 б. башы Р. (неореализм) хәҙ. замандың соц.‑психологик һәм әхлаҡи проблемаларын өйрәнеү хас. Кешенең әхлаҡи ориентиры, хәҙ. тормоштоң тынысһыҙлығына, соц. хаосҡа ҡаршы тороуы Р. өйрәнеү предметын тәшкил итә (Р.Т.Бикбаев, Д.М.Бүләков, Т.Х. Ғарипова, Г.М.Ғиззәтуллина, Т.Й. Йосопов, И.Л.Кинйәбулатов, Н.С. Мусин һ.б. ижады).

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәтендә метод һәм стиль мәсьәләләре. Өфө, 1982; Г а л и н а Ғ.Ғ. 20— 30‑сы йылдар башҡорт әҙәбиәтендә романтизм һәм реализм. Өфө, 2002; Проблемы реализма в литературах народов советского Востока. Баку, 1974.

Ғ.Ғ.Галина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.