РАСПОПОВ Игорь Павлович (28.1. 1925, Воронеж губ. Россошь ҡ. — 24.3.1982, Воронеж ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1953 й. алып Благовещен пед. ин‑тында (Амур өлк.), 1957 й. — Пятигорск пед. ин‑тында уҡыта, 1958 й. — БДУ‑ның тел ғилеме һәм урыҫ теле каф. мөдире, 1968 й. башлап Воронеж ун‑тының урыҫ теле каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең синтаксисына — төрлө синтаксик функцияларҙа һүҙ төркөмдәрен, һүҙҙәрҙең һәм ҡушма һөйләм компоненттарының синтаксик бәйләнешен һ.б. анализлауға арналған; һөйләмдең төҙөлөшөндә конструктив‑синтаксик (грамматик состав) һәм коммуникатив-синтаксик (актуаль бүленеш) аспекттарҙы бүлеп ҡарай. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Актуальное членение предложения. Уфа, 1961; Строение простого предложения в современном русском языке. М., 1970; Очерки по теории синтаксиса. Воронеж, 1973.

Әҙәб.: В а с и л ь е в Л.М. Некоторые семантические аспекты в научном наследии И.П.Распопова //Исследования по семантике. Уфа, 1985.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.