РАМАҘАНОВ Ғилемдар Йыһандар улы [16.6.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Балаҡ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 25.8.1993, Өфө], шағир, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) 1950 й. тиклем Бөрө уҡытыусылар ин‑тында уҡыта. 1953—55 йй. ТТӘИ‑лә ғилми хеҙм‑р, 1958—59 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р; 1955—58 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. баш мөхәррире. 1957—66 йй. БАССР Журналистар союзы рәйесе. “Беҙҙең быуын” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1947 й. сыға. “Яҡты юлдар” (1952), “Заман еле” (1970), “Алтмыш аҙым” (1983) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең үҙәгендә — кешенең йәмғиәт алдындағы яуаплылығы, быуындарҙың күсәгилешлеге т‑да уйланыуҙар. “Урал поэмаһы” (1960), “Атай янында” (1966), “Илле йәштәгеләр” (1975) һ.б. китаптарға ингән әҫәрҙәрҙең төп темаһы — интернационализм, тыуған яҡҡа һөйөү. Р. балалар өсөн яҙылған “Байраҡ хаҡында поэма” (1969), “Ерән ҡашҡа” (1980) һ.б.; “Һуғыш өсөн йондоҙҙар, хеҙмәт өсөн йондоҙҙар” (“Звёзды за бой, звёзды за труд”; 1979) документаль повесы авторы. Р. әҫәрҙәре урыҫ (М.А.Дудин, Л.Шикина, Р.Б. Әхмәтов һ.б. тарафынан), белорус, украин, болгар, латыш, ҡаҙаҡ, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Ғ. Ғамзатов, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Р. шиғырҙарына комп. З.Ғ. Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ. Сабитов һ.б. йырҙар яҙған. Фәнни эшмәкәрлеге драматургия һәм шиғриәттең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә, повесть жанрына, айырым башҡ. яҙыусыларының ижадына арналған. “Башҡорт поэзияһында совет кешеһе образы” (1956), “Әҙәбиәт офоҡтары” (1972), “Күп төҫлөлөк” (“Многоцветье”; 1980) һ.б. китаптар авторы. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990— 1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. СССР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1982). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944; 1945), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән. Р. исеме м‑н тыуған ауылында һәм Саҡмағош а. урамдар аталған, шунда уҡ уға — бюст, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Саҡмағош р‑ны хакимиәте тарафынан 2005 й. уның исемендәге премия булдырылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1972—1973; Яуҙарҙа сыныҡҡан мөхәббәт: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2005; Мажит Гафури: очерк жизни и творчества. М., 1980.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ. Шағирҙар. Өфө, 1981; Яҙылмаған китап: иҫтәлектәр. Өфө, 1998.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке