РАДЛОВ Василий Васильевич (Фридрих Вильгельм) (5.1.1837, Берлин — 12.5.1918, Петроград), төркиәтсе. Петербург ФА‑ның ординар акад. (1884), Рәсәй ФА акад. (1917), филос. д‑ры (1858). Берлин ун‑тын тамамлағандан һуң (1858) Округ тау уч‑щеһында уҡытыусы__булып эшләй (Барнаул ҡ.). 1871 й. алып Ҡазан уҡытыу округының округ инспекторы, 1884—90 йй. Петербург ФА‑ның Азия музейы, 1894— 1918 йй. РФА‑ның Антропология һәм этнография музейы (Петроград) директоры. 1860—70 йй. Алтай, Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия буйлап байтаҡ экспедициялар үткәрә. 1891 й. Петербург ФА‑ның Орхон й. (Монголия) үҙәндәре ҡомартҡыларын өйрәнеү өсөн ойошторолған экспедицияһы етәксеһе була. 1898 й. Көнсығыш Төркөстанда Д.А.Клеменец етәкс. археологик экспедицияла ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге төркиәткә: төрки халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорттарҙың, теленә, фольклорына, археологияһына һәм этнографияһына; төрки телдәрҙең сағыштырма- тарихи анализына, лексикографияһына, фонетикаһына, морфологияһына; төрки ҡәбиләләрҙең этногенезына; Орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары теле һ.б. уйғыр теле грамматикаһына; “Кодекс Куманикус” ҡомартҡыһы теленә арналған. Тәүгеләрҙән булып боронғо төрки рун яҙмаһы ҡомартҡыларын тәржемә иткән: “Монголияның боронғо төрки яҙыуҙары” (“Древнетюркские надписи Монголии”, 1894— 95, 1897, 1899; немец телендә) хеҙмәтендә ҡомартҡының текстары һәм тәржемәләре, фонетик һәм грамматик мәғлүмәттәр, һүҙлек һ.б. бирелгән; С.Е.Малов м‑н берлектә боронғо уйғыр ҡомартҡыһы “Алтун яруҡ”ты (1913—17) баҫтырып сығара (һуңынан тәржемә итә); “Хуастуанифт” (1909), бер ни тиклем будда сутраларын һ.б. боронғо төрки әҙәбиәт текстарын, ш. уҡ “Ҡотаҙғу белек” (2 томда; 1891—1910) төрки ҡомартҡыһын тәржемә итә. Фонетик билдәләр нигеҙендә төрки телдәрҙең классификацияһын эшләй. “Төрки һөйләштәр һүҙлеге тәжрибәһе”н (“Опыт словаря тюркских наречий”, 4 томда; 1888—1911; яҡынса 70 мең берәмек) төҙөй, унда 40‑ҡа яҡын хәҙ. һәм боронғо төрки телдәрҙең һүҙҙәре ингән; һүҙлектә автор тарафынан кириллица нигеҙендәге транскрипция ҡулланылған; төрки һүҙҙәр урыҫ һәм немец телдәренә тәржемә ителгән; һүҙҙәрҙең аңлатмаһы һәм морфологик структураһы, этимологик һәм сағыштырма анализдары; фольклор өлгөләре, этнографик һәм тарихи мәғлүмәттәр бирелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Урта һәм Көнсығыш Азияны өйрәнеү б‑са рус ком‑тын ойоштороу инициаторҙарының береһе һәм рәйесе (Петроград, 1903—18), Себерҙе өйрәнеү һәм уның көнкүрешен яҡшыртыу йәмғиәте идараһы рәйесе (1908—18).

Х е ҙ м.: К вопросу об уйгурах. СПб., 1893.

Әҙәб.: Тюркологический сборник, 1971. М.,1972.

С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.