АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР, кеше өсөн ашарға яраҡлы аскомицеттар (бүрекбаштар, тубырсыҡбаштар, трюфелдәр) һәм базидиомицеттар (эшләпәле бәшмәктәрҙең күпселеге). 500‑гә яҡын төрө билдәле, БР‑ҙа 150‑нән ашыу төрө бар. Хужалыҡтағы әһәмиәте б‑са А.я.б. категорияларға айырыла: 1‑се (аҡ бәшмәк, гөрөздә, деликатес, йәки ысын, ерән бәшмәк; аҙыҡ ҡиммәттәре юғары), 2‑се (уҫаҡ гөрөздәһе, майлы бәшмәк, ҡайын бәшмәге, аҡ ҡарағай бәшмәге, уҫаҡ бәшмәге һ.б.), 3‑сө (ябай һары бәшмәк, йәшел мүк бәшмәге, һарыҡ бәшмәге һ.б.) һәм 4‑се (ҡарама бәшмәге, сыбар сатыр бәшмәге, сыбар мүк бәшмәге һ.б.); алдан эшкәртеү талап ителмәй. Шулай уҡ шартлы А.я.б. (йөнтәҫ бәшмәк, ҡара гөрөздә, шәмәхә рядовка һ.б.), уларҙы өлгөрөп етмәҫ борон ҡулланырға кәрәк; өлгөргән (киҫкен, ҡырҡыу тәмле йәки ағыулы) — тик кулинар эшкәртеүҙән һуң ғына; башҡа аҙыҡ-түлек м‑н ҡулланғанда ағыуланыуға килтергән (тиреҫ бәшмәктәре һ.б.) төрҙәргә айыралар. А.я.б. аҡһымдар (2—5%; башлыса фосфорлы гликопротеидтар), липидтар (0,3—0,8%; майлы к‑таларҙың глицеридтары, стериндар, фосфатидтар һ.б.), углеводтар (0,8—4%; гликоген, глюкоза, микоза һ.б.), минераль матдәләр (калий, кальций, магний, баҡыр, натрий, фосфор һ.б.), А витаминдары һ.б. бар. Респ. ябай ҡарама бәшмәге һәм ике споралы аҡ көләпәрә бәшмәге үҫтерелә. Мәрйен һымаҡ гериций, ҡыҙ сатырбәшмәге, сатыр грифола, пәрҙәүек, бөҙрә спарассис БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 20 б. 70‑се йй. Башҡорт дәүләт университетында һәм БДПИ‑ла (ҡара: Педагогия университеты) — А.я.б. төрҙәр составы (Б.М.Миркин, Л.Ғ.Наумова), Биология институтында биологик һаҡламы һәм ҡулланылыуы (Е.В.Кучеров) өйрәнелгән. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында — ашарға яраҡлы макромицеттар (Н.С.Байтирәкова, А.М.Хәбибуллина), Ботаника баҡса‑институтында А.я.б. үҫеү урындары һәм йыйыу ваҡыты (С.В.Кучерова) өйрәнелә.

С.В.Кучерова

Тәрж Ә.Ә.Барлыбаева