ПУНКТУАЦИЯ (лат. рunctum — нөктә), 1) алфавитта булмаған график саралар системаһы, башлыса яҙма телмәрҙә ҡулланылған тыныш билдәләре (ҡара: Графика); 2) конкрет тел өсөн тарихи яҡтан формалашҡан, яҙма тексты төҙөгән пунктуация ҡағиҙәләре; 3) ошо системаның законлыҡтарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. П. һөйләмдең башында, уртаһында йәки аҙағында ҡулланылып, яҙма текстың синтаксик һәм мәғәнәүи структураһын асыҡлай (ҡара: Синтаксис). Башҡорт теленең П. европа телдәрендә ҡабул ителгән традицион системаға тура килә. П. билдәләренең төп кластары: 1) һөйләм аҙағындағы бер тамға: нөктә, өндәү һәм һорау билдәләре, күп нөктә; 2) һөйләм уртаһындағы бер тамға: өтөр, нөктәле өтөр, ике нөктә, һыҙыҡ; 3) һөйләм уртаһындағы парлы: икешәр өтөр һәм һыҙыҡ, йәйәләр, тырнаҡтар; 4) текст уртаһындағы парлы: йәйәләр, тырнаҡтар. Буш урын ҡалдырыу, абзац, шрифтар — П. өҫтәлмә билдәләре, улар тексты арауыҡ һәм композиция яғынан ойошторор өсөн хеҙмәт итә. Шулай уҡ П. формаль (нөктә, өтөр, нөктәле өтөр, икешәр өтөр һәм һыҙыҡ, йәйәләр), семантик (һорау һәм өндәү билдәләре, күп нөктә, ике нөктә, һыҙыҡ, тырнаҡтар), айырыусы (нөктә, һорау һәм өндәү билдәләре, нөктәле өтөр, ике нөктә, күп нөктә, абзац) һәм айырып күрһәтеүсе (йәйәләр, тырнаҡтар) билдәләрен бүлеп йөрөтәләр. Башҡорт тел ғилемендә П. б‑са тикшеренеүҙәр Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Д.С.Тәкәев һ.б. тарафынан үткәрелгән.

Әҙәб.: С ә й е т б а т т а л о в Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 2‑се т. Ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө, 2001; Х а б и б у л л и н а Ф.Я., Т и к е е в Д.С. Пунктуационная система современного башкирского языка. Уфа, 2006.

Г.Ә.Басирова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика