ПСЕВДОНИМ (гр. pséudos — ялған, уйҙырма һәм ónyma — исем), авторҙар, йышыраҡ яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижадта үҙҙәренең ысын исемен алмаштырған уйҙырма исем, ҡултамға йәки шартлы билдә. Ҡайһы берҙә П. ваҡыт үтеү м‑н ысын исемде (фамилияны) ҡыҫырыҡлап сығара һәм авторҙың даими исеме булып китә (ҡайһы ваҡыт кешенең рәсми исеменә әйләнә). Көнсығыш әҙәбиәтендә, атап әйткәндә, фарсы телле әҙәбиәттә, П., йәки тахаллус, яҙыусының иң яҡшы сифаттарын, уның талантын һыҙыҡ өҫтөнә алған: Даҡиҡи (нәзәкәтле), Науаи (аһәңле), Сәғҙи (бәхетле); ҡайһы ваҡыт кешенең шөғөлөн сағылдырған: Хәйәм (сатырсы), Хафиз (һаҡлаусы). Урта быуаттар төрки телле әҙәбиәтендә П. йыш ҡына тыуған, йәшәгән ер йәки авторҙың ниндәй этник төркөмгә ҡарағанлығына бәйле була: Ҡадир Ғәли Жалайырлы, Сәиф Сараи, Харәзми. Башҡорт әҙәбиәтендә был традиция дауам итә: Тажетдин Ялсығол әл‑Башҡорди, Мәнди Ҡотош‑Ҡыпсаҡи, Әбелмәних Ҡарғалы, Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, мулла Мифтахетдин бин Камалетдин бин Ишмөхәмәт әл‑Башҡорди. Ҡайһы берҙә П. ҡушаматтан килеп сыға: Аҡмулла (яҡты, саф һәм мулла). П. яһауҙың башҡа ысулдары ла ҡулланыла: фамилияны (Сәғит Агиш, Ҡадир Даян, Назар Нәжми, Әсхәл Әхмәт‑Хужа), фамилияны һәм исемде (Мостай Кәрим, Һаҙый Сәғҙи, Ғәйнан Хәйри) ҡыҫҡартыу; өлөшләтә (Нәжиб Асанбаев, Тамара Ғәниева, Буранбай Исҡужин) йәки тулыһынса (Булат Ишемғол) исемде үҙгәртеү; ысын исемде П. итеп ҡулланыу (Аҫылғужа) һ.б. Яҙыусы ҡатын‑ҡыҙҙар П. итеп ҡыҙ фамилияларын ҡуллана (Әлфинур Вәхитова, Тамара Искәндәриә, Таңһылыу Ҡарамыш, Нәжибә Әминева). Хәҙ. башҡ. әҙәбиәтендә П. баш тартыу тенденцияһы күҙәтелә, яҙыусылар әҫәрҙәренә ысын исемдәре м‑н ҡул ҡуйыуға өҫтөнлөк бирә.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика